Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
30 Май 2022, 10:05

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ҡыҙылбай ауылында йәшәүсе ҡәҙерлеләребеҙ РИНАТ РАМЗЫЙ улы ҒӘЛЛӘҮЕВты – 60 йәшлек юбилейы менән һәм НУРГИЗӘ ВӘХИТ ҡыҙы ҒӘЛЛӘҮЕВАны тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һеҙ барыбыҙ өсөн дә яҡты ҡояш, ныҡлы терәк, йортобоҙҙоң нуры! Һеҙгә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ғүмерҙең оҙонон, көндәрҙең яҡтыһын, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ. Һәр тыуасаҡ көнгә, яуған ҡар бөртөгөнә, балҡыған йондоҙҙарға, атҡан сәскәләргә шатланып-ҡыуанып йәшәгеҙ. Күңел тыныслығында, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡыуанысына, уңышына һөйөнөп, яҡындарығыҙҙың һөйөү-хөрмәтенә сорналып, бәрәкәтле, имен ғаилә тормошонда йәшәргә яҙһын.
Тыуған көндәр ҡабатланып торһон,
Йылдар улар килә, китәләр.
Алда һеҙҙе яҡты тормош көтһөн,
Алһыу гөлдәр менән биҙәлгән.
Көн дә ҡояш сағыу нурын һипһен,
Һаулыҡ ҡына булһын – шул етә.
Йәшәү дәрте, ғаилә ҡыуанысы
Ташламаһын һеҙҙе ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарығыҙ Регина, Ирина, Ләйсән, улығыҙ Флүр,
киленегеҙ Виктория, кейәүҙәрегеҙ Артур,
Айбулат, Линас һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.

Автор:Лариса Михалькова