Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
23 Май 2022, 11:55

Ҡотлайбыҙ!

Әжекәй ауылынан ҡәҙерле ҡатыным, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ЛУЕЗА ХАМАТНУР ҡыҙы ӘХЙӘМОВАны ысын күңелдән 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ошо матур юбилей көнөндә күңелең һәм йөрәгең наҙ, нур, шатлыҡ менән тулһын. Бөгөнгөләй изге күңелле, һөйкөмлө, хәстәрлекле, яратҡан ҡатын һәм әсәй-өләсәй булып ҡал. Йөҙөңдән йылмайыу китмәһен, күңелең тыныс, үҙең бәхетле бул. Изге йөрәгең, хәстәрлекле ҡулдарың, ярҙамың һәм аҡыллы кәңәштәрең өсөн ҙур рәхмәт һиңә. Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле, шатлыҡтарҙан торған оҙон ғүмер, именлек, бөтмәҫ көс-дәрт, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм туғандары хөрмәтендә, һөйөүендә йәшәүен теләйбеҙ.
Рәхмәт, әсәй, ҡояш булғаныңа,
Үҫтерҙең һин беҙҙе яратып.
Йәшәйһең матур донъябыҙға бары
Изге, яҡты нурҙар таратып.
Һиңә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!
Ҡотлау менән тормош иптәше Марат, улы Денис, ҡыҙҙары Лариса, Диләрә, килене Светлана,
кейәүе Айнур, ейәндәре Асҡар, Урал, Тимур,
ейәнсәрҙәре Рианна, Ралина.

Автор:Лариса Михалькова