Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
21 Апрель 2022, 15:15

Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле депутаттар, урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Урындағы үҙидара көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Урындағы үҙидара – биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫеше һәм халыҡтың именлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән халыҡҡа иң яҡын торған власть звеноһы. Халыҡҡа йыш осраған проблемалар муниципаль кимәлдә хәл ителә. Беҙҙең дөйөм маҡсат – халыҡ өсөн эшләү һәм халыҡ мәнфәғәтендә эшләү, көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡ диалог форматында хәл итеү.
Бөгөн Мәсетле районының ун ике ауыл советында халыҡ өсөн мөһим мәсьәләләр уңышлы хәл ителә. Депутаттарҙың һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең профессионализмы, компетентлығы, әүҙем гражданлыҡ позицияһы һөҙөмтәһендә күп нәмәгә өлгәшелә!
Муниципаль берәмектең барлыҡҡа килеүенә нигеҙ һалған һәм район үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән урындағы үҙидара органдары ветерандарына – айырым рәхмәт һүҙҙәре. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, көс-дәрт һәм үҙ көсөгөҙгә ышаныс, эштә ныҡышмалылыҡ, бөтә башланғыстарҙа ла уңыштар теләйбеҙ! Тормошоғоҙҙа ярҙамсыл, асыҡ һәм ышаныслы кешеләр күберәк булһын!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

Фото

Автор:Лариса Михалькова