Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
15 Сентябрь 2021, 09:20

Ҡотлайбыҙ!

Йылайыр районы Байғужа ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында ғүмер итеүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған, яратҡан, хөрмәт иткән әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ һәм кәләшем ХӘБИРӘ МӨХӘМӘТДИН ҡыҙы ӘМИНЕВА күркәм юбилейын ҡаршылай.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙҙе 70 йәшлек матур байрамы менән ҡайнар ҡотлап, йөрәктәге иң изге теләктәрҙе генә теләйбеҙ: һәр саҡ бәхетле бул, йәшәү дәртең һүнмәһен, 100 йәшкә хәтлем гөрләтеп йәшәргә яҙһын үҙеңә. Ауырыу-насарлыҡтар һине урап үтһен, йөрәгеңдә ҡоштар һайраһын, ә күңелең мәңге йәш, дәртле һәм тыныс булһын. Артҡа һис ҡасан да әйләнеп ҡарама, ә тик алға – яҡты хыялдарға, пландарға, яҡшылыҡҡа ҡарап бар. Гел шулай шаян һәм хисле кеше булып ҡал. Һәр бер яңы атҡан таң бәхетле һәм изге булһын, ә ҡояш бүләк иткән һәр нур һиңә көс һәм тәүәккәллек өҫтәһен. Йәшәгән һәр көнөң ҡәнәғәтлек, ҡыуаныстар менән үтһен.
Ҡәҙерлебеҙҙең 75 йәшлек юбилейын ҡаршылаған тормош иптәше Миңлехан менән сәстәрен сәскә бәйләп йәшәүҙәренә лә ярты быуат ғүмер үткән. Улар 1969 йылда ғаилә ҡороп, мөхәббәт емештәре Рита, Альберт, Альфредҡа йәшәү мәғәнәһен өйрәтеп, терәк булып, өлгө күрһәтеп йәшәнеләр һәм йәшәйҙәр. Ә ейән-ейәнсәрҙәре Ансар, Эльвина, Дилә, Данил, Азалия, Афина, Мәҙинә, бүләһе Айгиз ҙур рәхмәттәрен әйтеп, өләсәй-ҡартатай наҙында ҡойона. Атайыбыҙ Миңлехан менән өй йылыһын һүндермәй, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Йылдар үтһә лә һис бирешмәгеҙ. Өләсәй, күберәк ял ит, көл-йылмай һәм үҙеңде лә яратырға ваҡыт ҡалдыр, өҙгөләнмә. Бөтәбеҙҙең дә рәхмәттәрен һәм йылы һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Бәхет, шатлыҡ һәм оҙон ғүмер насип булһын һеҙгә!
Ҡотлау менән тормош иптәшең Миңлехан,
улдарың Альфред, Альберт, ҡыҙың Рита, килендәрең, ейәндәрең, ейәнсәрҙәрең, бүләң.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Наталья  Русинова