Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
10 Август 2021, 12:20

Ҡотлайбыҙ!

Борғатъяла тыуып үҫеп, бөгөн Һабанаҡ ауылында ғүмер кисергән ҡәҙерле, һөйөклө әсәйебеҙ, әңкәйебеҙ, ҡарт әңкәйебеҙ ФӘНИӘ МОСТАФА ҡыҙы ҠАСИМОВАны 80 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Киләсәктә уға ҡояшлы-нурлы көндәр, айлы-йондоҙло төндәр, тән сихәте, йән рәхәте күреп, тыныс, матур, мул тормошта ныҡлы һаулыҡ, күтәренке күңел менән бәхетле ҡартлыҡта бәрәкәтле оҙон ғүмер итеүен теләйбеҙ.
Күҙҙәреңдә һинең сағылғандай,
Балаларым, тиеп уйлауың.
Үҙ янына тарта барыбыҙҙы
Серле генә һөйөп йылмайыуың.
Егәрлелек, тынғыһыҙлыҡ тигән
Матур сифаттарың беҙгә күсһен.
Балҡып торһон ғаилә усағыбыҙ,
Сәләмәт бул, артһын йәшәү көсөң!
Иң изге теләктәр менән балаларың исеменән
ҡыҙың Фәнилә, кейәүең Флорист, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лариса Михалькова