Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
18 Июнь 2021, 11:35

Ҡотлайбыҙ!

19 июндә Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе һоҡланғыс кеше – хөрмәтле коллегабыҙ Динар Нәбиулла улы Хәйруллин үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.

Беҙ хөрмәтле юбилярҙы ысын күңелдән 55 йәше тулыуы менән ҡотлайбыҙ. Сағыу, матур хәл-ваҡиғаларға тулы тормош теләйбеҙ. Һәр атҡан таң ҡыуаныстар, яҡшы кәйеф алып килһен. Ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, күңелегеҙ көр булһын, тик яҡшыға ғына өмөт итеп, тирә-яҡтағылар өсөн өлгө булып йәшәгеҙ. Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, ғаиләгеҙҙә бәхет һәм татыулыҡ йәшәһен.
55 йәш – кеше тормошондағы иң матур ваҡыт: йәшлек хаталары артта ҡалған, аҡыл һәм бай тәжрибә тупланған, ә алда күп асыштар һәм перспектива көтә. Ҡәҙерле коллегабыҙға тормош юлында барыһы ла яҡшы булыуын, ныҡлы ғаилә, яҡшы дуҫтар, яратҡан эш, донъя именлеге теләйбеҙ.
Тыуған көнөгөҙ һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарығыҙ ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялдарҙың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарығыҙға аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарығыҙ балҡышы.
Сәләмәт булығыҙ, гел йылмайып йәшәгеҙ,
Бәхет ҡунһын күңелегеҙ түренә.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән Оло Ыҡтамаҡ лицейының физика, математика
һәм информатика кафедраһы уҡытыусылары.