Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
28 Май 2021, 12:45

Ҡотлайбыҙ!

Яңы Мишәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле һәм яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ НӘЗИРӘ МУЛЛАБАЙ ҡыҙы ҺАҘЫЕВАны 85 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, һине күңел көрлөгө һис ҡасан ташламаһын, һаулығың ныҡлы булһын, һәр тыуар көн бәхетле хәтирәләр, яҡты уйҙар бүләк итһен. Иң мөһиме – сәләмәт бул, донъя мәшәҡәттәре өсөн көймә. Һинең сикһеҙ яратыуың, хәстәрлегең өсөн рәхмәттәребеҙҙе еткереп, алдыңда баш эйәбеҙ.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Иң изге теләктәр менән улдары Нурғәле,
Айсыуаҡ, ҡыҙҙары Гөлнур, Әлфинур, Зөлфиә,
Гөлсәсәк, Эльвера, Зәлифә, килендәре Роза, Зәлидә, кейәүҙәре Александр, Наил, Радим, Ильяс, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре.