Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
8 Март 2021, 15:00

Ҡотлайбыҙ!

Йыланыш ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ – хөрмәтле әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ МИҢЛЕМӘҮЛИҘӘ МИНДИӘХМӘТ ҡыҙы ХУЖИНА-ИШМӨХӘМӘТОВА 90 йәшлек оло юбилейын ҡаршылай.

Ошо олпат юбилейы уңайынан уны ихлас күңелдән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң наҙлы һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Әсәй! Һин, күк йөҙөндәге ҡояш кеүек, беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ. Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, балалар, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙҙең, балаларыңдың, игелегендә, изгелегендә иҫән-имен, оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Хоҙай Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, әсәй-өләсәйебеҙ. Беҙгә йәшәү нуры биргәнең өсөн Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙгә, балаларыңа, йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ.
Сәстәреңә, әсәй, сал керһә лә,
Һин бит беҙҙең йөрәк түрендә.
Оҙаҡ йәшә, әсәй, ауырымайынса,
Һин был донъяла бер генә!
Иң изге теләктәр менән
5 улың, 3 ҡыҙың, 20 ейән-ейәнсәрең,
32 бүлә-бүләсәрең, 3 тыуа-тыуасарың.