Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
8 Март 2021, 16:50

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ағайыбыҙ, бабайыбыҙ МӘҠСҮТ МӘХМҮТ улы ҒӘЛИМОВты ысын күңелдән 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Уға ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, оҙон-оҙаҡ йылдар именлектә йәшәүен, тормошонда бар нәмәгә көсө етәрлек булыуын теләйбеҙ. Эргәңдә һәр ваҡыт ғаиләң булып, уларҙың һөйөү һәм иғтибарын тойоп йәшәргә яҙһын.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Ҡотлау менән һеңлеләре Лида, Флүрә, кейәүе Әнүәр, уларҙың балалары ғаиләләре менән.