Ҡәҙерлебеҙ! Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең күңел йылыһын тойоп, изгелектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын. Тыуар таңдарың һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп йәшә.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең
Марат, улың Илнур, ҡыҙың Рузанна,
киленең Индира, кейәүең Айбулат, ейәнең
Тимерлан, ейәнсәрҙәрең Ализа, Луиза, Олеся.