Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәрәкәтле оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар тулы мул тормош теләйбеҙ. Һин беҙҙең ныҡлы таянысыбыҙ, ышаныслы терәгебеҙ. Беҙгә һәр яҡтан һоҡланырлыҡ үрнәк булыуыңа, ҡылған изгелектәреңә мең-мең рәхмәт, әсәй. Алдағы тормошоңда ла һәммәбеҙгә оло терәк, ҡәҙерле әсәй-өләсәй булып йәшәргә яҙһын.
Һин бит, әсәй, беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, әсәй, мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ.
Наҙлап ҡына үҫтерҙең бит беҙҙе,
Керпек ҡаҡмай, һөйөп ҡулыңда.
Һинең ғүмер балҡый маяҡ булып
Беҙ үтәһе тормош юлында!
Ҡотлау менән улдары Франгиз, Фаил, ҡыҙы Ләйсән, килендәре Гөлдәр, Ләйсән,
кейәүе Илдар, ейәнсәрҙәре Ләйлә, Алтынай, ейәне Фәрхәт һәм башҡа туғандары.