Киләсәктә уға ҡояшлы-нурлы көндәр, айлы-йондоҙло төндәр, тән сихәте, йән рәхәте генә насип булып, балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, тыныс, матур, мул тормошта ныҡлы һаулыҡ, күтәренке күңел менән бәхетле ҡартлыҡта бәрәкәтле оҙон ғүмер итеүен теләйбеҙ.
Ҡотло булһын күркәм юбилейың,
Ғүмерең үтһен шатлыҡта.
Ҡайғы күрмә, сирҙе белмә,
Һис бирешмә ҡартлыҡҡа.
Байрамыңдың матур хәтирәһе
Күңелеңдә ҡалһын уйылып.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер
Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып!
Ҡотлау менән әсәйең, Өфө ҡалаһынан апайың Нажиә, еҙнәң Юрик һәм барлыҡ туғандарың.