Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
23 Февраль 2021, 13:50

Ҡотлайбыҙ!

Тәкә ауылында ғүмер кисереүсе ИЛЬЯС ҒАФФАР улы ҒӘЛИМОВты 23 февраль менән ысын күңелдән ҡатыны Эльмира ҡотлай һәм уға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләй.

Ильяс Ғәлимов 1983 йылдың 18 октябрендә хәрби хеҙмәткә алына. Балтик хәрби диңгеҙ флотында Калининград ҡалаһында матрос булып хеҙмәт итә. Ант биргәс, биш ай курсант булып 40790-сы хәрби часта хеҙмәт итә. 1984 йылдың 12 апреленән 60113-сө хәрби часта водитель булып генерал И. В. Морозовты йөрөтә башлай. Ике йыл водитель булып хәрби хеҙмәтен үтеү дәүерендә ул үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Хәрби хеҙмәте тамамланғас та генерал менән бик оҙаҡ хәбәрләшеп торалар. Бергә хеҙмәт иткән Өфөләге иптәше менән бөгөнгө көндә лә аралаша.