Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
23 Февраль 2021, 15:50

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотош ауылынан ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ МӘЙСӘРӘ ҒӘПТЕЛЙӘН ҡыҙы ЗАРИПОВАны ысын күңелдән 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

80 йәш, әсәкәйем, ул әле ҡартлыҡ түгел,
Аҡ бәхеттәр ҡунһа ла сәстәргә.
Хоҙай беҙгә ғүмер бүләк иткән,
Иман менән кәрәк йәшәргә.
Онот әле һағыштарҙы,
Йылмай әле күберәк.
Бирелмә төшөнкөлөккә,
Беҙҙән һиңә шул теләк.
Әле тағы бик күп йылдар,
Ныҡ итеп типһен йөрәк.
Һин – беҙҙең берҙән-беребеҙ,
Һин әле беҙгә бик кәрәк!
Барлыҡ туғандары һәм балалары исеменән Йосоповтар һәм Шәйхетдиновтар ғаиләләре.