Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
23 Февраль 2021, 16:50

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе тормош юлдашым, әтейебеҙ, ҡайныбыҙ, ҡарттайыбыҙ СӘБИҒИӘР ҒИЛМИЙӘР улы МИНДИЙӘРОВты 55 йәшлек күркәм юбилейы һәм Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ! Тынғыһыҙ йәнле, сабыр һәм кешелекле, ярҙамсыл һәм ҡунаҡсыл булыуың, беҙҙең шатлыҡ-борсолоуҙарҙы йөрәгең аша үткәреп, кәңәш биреп, ярҙам итеп тороуың өсөн мең рәхмәт! Һине ысын күңелдән ғүмер байрамың менән ҡотлайбыҙ! Һәр тыуыр таңың шатлыҡ менән атһын, Хоҙай һаулыҡ-сәләмәтлектән айырмаһын, бәрәкәтле оҙон ғүмер насип итһен, йән тыныслығы, күңел күтәренкелеге юлдаш булһын үҙеңә. Иңдәреңдәге шәфҡәт фәрештәһе бер ҡасан да ташламаһын, инәйебеҙ менән тигеҙлектә, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр бәхетенә һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә яҙһын!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, улдарың, килендәрең, ейәнсәрең, ейәнең.