Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
23 Февраль 2021, 10:50

Хөрмәтле район халҡы һәм ҡунаҡтары, ҡәҙерле Ватанды һаҡлаусылар!

Һеҙҙе ысын күңелдән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!

Был байрам төрлө ваҡытта илебеҙҙе һаҡлаған һалдаттарҙың ҡыйыулығын һәм сыҙамлығын сағылдыра. Рух ныҡлығы, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм Ватанға ҡарата сикһеҙ һөйөү бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәтелә. Үҙҙәренең интернациональ бурысын үтәгән һәм илебеҙҙең территориаль бөтөнлөгөн тәьмин иткән хәрбиҙәр ветерандарыбыҙға лайыҡлы алмаш булып тора.
Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт иткәндәрҙең дә байрамы был. Рәсәй Армияһы офицерҙары һәм һалдаттары, гражданлыҡ бурыстарын үтәп, үҙҙәренең ватансылығын, тоғролоғон, абруйын, юғары намыҫлылығын раҫлай.
Бөгөн беҙ илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың ҡурҡыу белмәҫ намыҫлы хеҙмәте һөҙөмтәһендә тыныс тормошта йәшәйбеҙ – яратабыҙ, хыялдарға биреләбеҙ, эшләйбеҙ.
Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусыларҙы байрам менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, тыныс аяҙ күк һәм бәхет, Ватаныбыҙ именлеге хаҡына бөтә изге эштәрегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар һәм, әлбиттә, тыныслыҡ теләйбеҙ!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.