Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
16 Февраль 2021, 15:00

Ҡотлайбыҙ!

Тәкә ауылынан һөйөклө тормош иптәшем, атай-олатайыбыҙ ӘНҮӘР РӘХИМЙӘН улы ӘХКӘМОВты 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Һиңә ысын күңелдән ныҡлы сәләмәтлек, киләһе көнгә ышаныс, ғаилә именлеге һәм бәхет, уңыштар, күтәренке кәйеф теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шундай ғәҙел, намыҫлы, эшсән, изге күңелле һәм яуаплы кеше булып ҡал.
Тыуған көнөң байрам иткән мәлдә
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә яҡты көндәр,
Көлөп йәшә ерҙә яҙ һымаҡ.
Күрмә бер ҙә бәлә-ҡаза,
Һаулыҡ, бәхет булһын йәнәшә.
Хоҙай оҙон ғүмер насип итһен,
Рәхәтләнеп, әйҙә, йөҙ йәшә!
Ҡатыны, балалары, ейәнсәрҙәре.