Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
12 Февраль 2021, 13:00

Ҡотлайбыҙ!

Әләгәҙ ауылынан ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйем РАЗИЯ ҒӘФҮР ҡыҙы ЯНЫБАЕВАны ысын күңелдән 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, һин барыбыҙ өсөн дә – иң ҙур бәхет. Һин беҙҙең оло һөйөүебеҙгә һәм хөрмәтебеҙгә лайыҡ. Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һәм бөгөн дә беҙҙе хәстәрләп йәшәйһең бит. Беҙ һиңә оҙон-оҙаҡ йылдарға етерлек ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле һәм аяҙ көндәр теләйбеҙ. Һин 50 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйәһең. Хәҙер һинең эшсән ҡулдарыңдың ял итеүен, күҙҙәреңдә шатлыҡ нурҙары һәм бәхет сатҡылары күрергә теләйбеҙ. Һиңә күтәренке кәйеф, аяҙ көндәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар насип булһын.
Рәхмәт, әсәй, ҡояш булғаныңа,
Үҫтерҙең һин беҙҙе яратып.
Йәшәйһең матур донъябыҙға бары
Изге, яҡты нурҙар таратып.
Һәм йәшә лә әле киләсәктә,
Беҙ һиңә мохтажбыҙ һаман да.
Алтмыш биш йәш – матур саҡ,
Утың һүнмәһен усағыңда!
Ҡотлау менән тормош иптәше, улдары, килене, ейәне
һәм барлыҡ туғандары.