Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
10 Февраль 2021, 16:35

Ҡотлайбыҙ!

Әләгәҙ ауылында йәшәүсе БАЯЗИТ ЗӘКИ улы ЯҠУПОВты матур юбилейы – 70 йәшлек тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ғәзиз кешебеҙ, ҡәҙерле әтиебеҙ! Ошондай ҙур байрамың көнөндә беҙ һиңә ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы юллайбыҙ. Ҡәҙерле кешебеҙ, һиңә булған теләктәребеҙҙең иң мөһиме – алдағы ғүмер йылдарыңда тормош юлдарын именлектә, һау-сәләмәт булып, бәхетле көндәрҙә, шатлыҡ менән үтергә яҙһын! Киләсәктә лә балаларыңдың, ейәндәреңдең, туғандарыңдың күңел йылыһын, иғтибарын һәм ихтирамын тойоп, бергә-бергә оҙон-оҙаҡ ғүмер юлдары үтергә насип булһын.
Сәләмәт бул, ҡайғы-хәсрәт күрмәй
Ғүмер көҙөн тыныс ҡаршыла.
Рәхмәтемде әйтеп, ғәзиз кешем,
Башым эйәм һинең ҡаршыңда.
Ярҙам, кәңәш кәрәк саҡта
Бар һинең төплө һүҙең.
Күрше-тирә, дуҫ-туғанға
Йылмайып тора йөҙөң.
Йөрәгеңдең киңлегенә
Һыйғанбыҙ барыбыҙ ҙа,
Беҙ бәхетле һиндәй кеше
Булғанға яныбыҙҙа.
Насип итһен оҙаҡ йылдар
“Әти” тип өндәшергә.
Һинән матур үрнәк алып,
Һинең кеүек йәшәргә!
Иң изге теләктәр менән ҡатыны, балалары һәм ейәндәре.