Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, балаларың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ашҡынып һәм ашығып ҡайтабыҙ
Тыуып үҫкән йортҡа – ояға.
Тәҙрәләрҙә балҡып уттар яна,
Әлдә атай-әсәй бар донъяла.
Мәңге, мәңге шулай тәҙрәләрҙә
Балҡып торһа ине утыбыҙ.
Һәр саҡ шулай ҡаршы алһа ине
Атай, әсәй, тыуған йортобоҙ!
Иң изге теләктәр менән ҡатыны,
Себер тарафтарында йәшәүсе балалары Азат, Марсель, Лена, килендәре Гөлфирә, Ирина,
ейән-ейәнсәрҙәре.