Ҡотлайбыҙ!
5 Февраля 2021, 12:00

Ҡотлайбыҙ!

Яуыш ауылында йәшәүсе ҡәҙерле инәйебеҙ, әңкәйебеҙ МӘМДҮХӘ ЙЫҺАНУР ҡыҙы ДӘҮЛӘТБАЕВАны матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙгә оҙон ғүмер, сәләмәтлек, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, балаларыңдың изгелектәрен күреп, күңел тыныслығы тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Бөгөнгөләй көслө рухлы, изге күңелле булып, оҙаҡ йылдар ғүмер кисерергә яҙһын.
Ҡайғыларһыҙ үтһен һәр бер көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек!
Иң изге теләктәр менән балаларың,
килендәрең, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.