Тормош һынауҙарына бирешмәйсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген, балаларың һәм ейәндәреңдең яҡты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп, күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта ғүмер кисерергә яҙһын. Яҡты уй-хыялдар, киләсәккә ышаныс, күңел бөтөнлөгө менән бергә-бергә йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Аҡҡан шишмә төҫлө селтер-селтер
Ғүмер аға, иҫең китмәһен.
Бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ, мөхәббәтең
Шул шишмәләй аҡһын – кипмәһен.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Туғандарың Урал, Әнүәр, Рәүил Әзизовтар
һәм Хәйерзамановтар, Әхтәровтар,
Ҡазыевтар ғаиләләре.