Ҡотлайбыҙ!
2 Февраля 2021, 09:05

Ҡотлайбыҙ!

Яңы Мөслим ауылынан һөйөклө тормош иптәшем, әтиебеҙ, ҡарт әтиебеҙ ФӘҒИЛ ВӘКИЛ улы ЗАРИПОВты күркәм байрамы – 85 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, һиңә ысын йөрәктән ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һин беҙҙең өсөн оло йәнле, киң күңелле кеше, ышаныслы таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йылы ҡояшыбыҙ, йәшәү өлгөбөҙ. Тормош юлың – күптәргә үрнәк. Алдағы көндәрҙә тормошоңда һау-сәләмәт булып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, тыныслыҡта йәшәргә насип булһын, ҡайғы-хәсрәтһеҙ ҡартлыҡ көндәрең тик шатлыҡта ғына үтһен. Гел шулай көләс, яғымлы бул! Әнкәйебеҙ менән бергә беҙҙе һөйөндөрөп оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Ташламаһын һине бер ҡасан да
Бәхет менән тулы йылмайыу.
Ҡанаттарын йәйеп фәрештәләр
Ел-дауылдан һине һаҡлаһын.
Хоҙай Тәғәлә үҙе юлдаш булһын,
Юлдарыңды гөлдәр ҡаплаһын!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, улдарың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.