Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
2 Февраль 2021, 17:00

Ҡотлайбыҙ!

Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле һәм яратҡан тормош иптәшем, кейәүем ЗӘЙНУЛЛА СӨНӘҒӘТ улы ЙОМАҒУЖИНды 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Уға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, күтәренке күңел, көс-ҡеүәт һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ. Һин – ышаныслы һәм хәстәрле тормош иптәше, атай-олатай, кейәү. Алдағы көндәрең бәхет-шатлыҡтарға тулы булып, уй-хыялдарың уңышлы тормошҡа ашып, яңы үрҙәргә әйҙәһен, йәшең уңышлы, хәлле һәм матур тормошҡа кәртә булмаһын.
Етмеш бит ул – етмеш кенә,
Туҡһан түгел, йөҙ ҙә түгел.
Ҡартайһындар әйҙә йылдар,
Ҡартаймаһын бары күңел.
Шатлыҡтарың йышыраҡ булһын,
Ҡайғылар урап үтһен.
Йылдар һанын һиҙмәҫ өсөн
Ейәндәрең гөрләп үҫһен!
Ҡотлау менән яратҡан ҡатыны Зилура, ҡәйнәһе Менәүәрә һәм туғандары.