Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ҡаҡшамаҫ, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, күңел тыныслығы, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы, киләсәктә лә беҙгә терәк-таяныс булып, именлектә оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Һинең өсөн гөлдәр сәскә атһын,
Тыныс булһын килер көндәрең.
Һайрар ҡоштар һинең өсөн генә
Бағышлаһын ине көйҙәрен.
Күңелеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән улы Айрат,
килене Даниса, ейәнсәре Юлиә, ейәне Айгиз, кейәүе Рәйес, бүләсәре Рамина.