Ҡәҙерлеләребеҙ! Һеҙгә һаулыҡтың иң нығын, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ағын теләйбеҙ.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һеҙгә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һеҙҙе байрамығыҙ менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерегеҙ оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшәгеҙ матур йыр һымаҡ!
Иң изге теләктәр менән һеҙҙе яратыусы,
хөрмәт итеүсе барлыҡ туғандарығыҙ.