Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
29 Ғинуар 2021, 17:30

Ҡотлайбыҙ!

Ҡорғат ауылынан ҡәҙерле ҡыҙым, ҡатыным, әниебеҙ, ҡартәниебеҙ АЛЬБИНА ҠӘҮИ ҡыҙы ҒӘЛИМОВАны 50 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ғүмер байрамы уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен. Балаларыңдың бар шатлығын тойоп, оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Юбилейың һинең гөрләп уҙһын,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әни, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмә, йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Беҙ булырбыҙ һиңә йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән әсәйең, бабайың Миниян,
тормош иптәшең Ҡорбанғәли, ҡыҙҙарың Филида, Эльвина, улдарың Флүр, Фәдис,
кейәүең Ринат, ейәндәрең Сабир, Ислам.