Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
27 Ғинуар 2021, 14:25

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ ФЛЮЗӘ ХӘСӘН ҡыҙы ЙОНОСОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙ, һинең алтын ҡулдарың арыу-талыу белмәһен, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, тормошоңдоң һәр минуты бәхетле булһын. Киләсәктә лә киң күңелле, асыҡ йөҙлө, уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй, ярҙамсыл өләсәй булып ҡал. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, донъя именлеге, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың,
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Ҡотлау менән тормош иптәше, ҡыҙы, улы, кейәүе,
килене, ейән-ейәнсәрҙәре.