Ҡәҙерлеләребеҙгә бәрәкәтле ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, бөтмәҫ шатлыҡтар, үҙ көстәре менән ҡорған ырыҫлы, ҡотло донъяларында улдары Ғүмәр менән Иншарҙың, килендәренең, ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирамын тойоп, игелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Үҙҙәре яратып башҡарған пар аҡҡоштар тураһындағы йырҙағы кеүек, бәхет киңлегендә ҡанаттары талмаһын, ҡайырылмаһын.
Туй көнөгөҙ менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр көнөгөҙ үтһен бәхет менән,
Йәшәгеҙ һеҙ шатлыҡҡа төрөнөп.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр!
Һеҙҙе яратып һәм ҡотлау менән инәйегеҙ Фаруан,
Ғирфановтар, Ҡотлоевтар, Ғилметдиновтар,
Мөхәмәҙиевтар, Хәйбуллиндар.