Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
27 Ғинуар 2021, 16:30

Ҡотлайбыҙ!

Яңы Яуыш ауылынан ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ, класс етәксеһе ШӘҮРӘ АФАРИЗ ҡыҙы АБДРАХМАНОВАны юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Уға яҡшы кәйеф, ныҡлы һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ.

Беҙ Һеҙгә матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ.
Аҡыллы, түҙемле, һөйкөмлө,
Белемле һәм изге күңелле.
Донъяны, тормошто яратҡан,
Беҙҙе үҙенә ҡаратҡан,
Аң-белем һәм сафлыҡ таратҡан,
Һәр хәлдән сығыр юл тапҡан,
Һүҙгә йор, күңеле йыр яратҡан –
Уҡытыусым, һине яратам!
Яңы Яуыш мәктәбен 1993 йылда тамамлаусылар исеменән Әлфирә Ғәлимова (Ғилметдинова).