Ошо олпат йәшегеҙҙә һеҙ йәшәлгән һәм балаларығыҙға, ейәндәрегеҙгә бағышланған һәр йылығыҙ өсөн ғорурлыҡ кисерә алаһығыҙ. Һөйөүегеҙ, хәстәрлек һәм ярҙамығыҙ, һәр нәмәлә беҙҙең өсөн өлгө булғанығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәт һеҙгә. Һеҙгә именлек һәм тыныс тормош, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм яҡындарығыҙҙың иғтибарын тойоп йәшәүегеҙҙе, ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Ғүмерҙәрҙең иң бәхетле
Сәғәттәре һуҡҡан ғына.
Бер ҡараһаң, инде туҡһан,
Бер ҡараһаң, туҡһан ғына.
Туҡһан бит ул – тик һан ғына...
Йөрәк һаман ун һигеҙҙә,
Йөрәктәме?! Толпар унда!
Байрам итәйек ғүмерҙәрҙе,
Байрам итәйек йәшәүҙе беҙ!
Ҡотлау менән балалары, ейәндәре, бүләләре.