Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
19 Ғинуар 2021, 14:20

Ҡотлайбыҙ!

Яңы Яуыш ауылында йәшәүсе ҡәҙерле, берҙән-бер әсәй-өләсәйебеҙ ӘНИСӘ ЗӘЙНЕТДИН ҡыҙы АБДРАХМАНОВАны 85 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Әсәкәйебеҙ, һин бит беҙҙең тормошобоҙҙа рухыбыҙҙы нығытыр таянысыбыҙ һәм ышанысыбыҙ. Һинең булғаның өсөн Хо- ҙайға мең рәхмәт. Сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, донъяға килтергән һәр балаңдың күңел йылыһын, игелек-изгелектәрен тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәүеңде теләйбеҙ.
Күҙ нурҙарын түгеп, күңел биреп,
Төн йоҡламай ҡарап үҫтерҙең.
Хәҙер һинең ғәзиз балаларың
Шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерһен.
Һинһеҙ, әсәй, тормош йәмһеҙ,
Һинһеҙ, әсәй, донъя тар.
Оҙон ғүмер, һаулыҡ бирһен Хоҙай,
Баш эйәбеҙ һинең алдыңда.
Изгелегең өсөн мең-мең рәхмәт,
Ҡояш ҡына көлһөн ғүмер таңында!
Иң изге теләктәр менән балалары,
ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре.