Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
19 Ғинуар 2021, 15:25

Ҡотлайбыҙ!

Һөләймән ауылынан ҡәҙерле һәм яратҡан ҡатыным, әсәйебеҙ ФӘЙГӨЛ ВӘЛИУЛЛА ҡыҙы ЗӘЙНЕТДИНОВАны 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Һин беҙҙең тормошобоҙҙо йәмләүсе иң матур кеше. Ҡайғы-хәсрәттәр урап үтһен, тормош һиңә тик бәхетле һәм ҡыуаныслы көндәр генә бүләк итһен.
Һәр бер көнөң матур булһын, кәләш,
Был ғүмерҙәр килә бер генә.
Һөйөп-һөйөлөп йәшә, бәхетле бул,
Бергә булайыҡ мәңге-мәңгегә.
Иң матуры беҙҙең әсәй бит ул,
Сәскәләрҙән генә яралған.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ
Беҙ – Азат, Айнур һәм дә Айтуған!
Һине яратып тормош иптәшең Фларит,
улдарың Азат, Айнур, Айтуған, килендәрең Лиана һәм Виктория.