Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
19 Ғинуар 2021, 16:10

Ҡотлайбыҙ!

Юҡҡа ғына иң изге кешеләрҙе ап-аҡ ҡарлы ҡыш-ҡы айҙарҙа донъяға килә тип әйтмәгәндәр. 1966 йылдың 18 ғинуарында Әй буйында урынлашҡан йәмле Айып ауылында Лида һәм Данис Мөхәмәтуллиндар ғаиләһендә ҡыҙ бала – беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ донъяға килгән.

Ошо көндәрҙә Тайыш ауылында йәшәүсе ҡәҙерле, ғәзиз кешебеҙ – яратҡан тормош иптәшем, һөйөклө инәйебеҙ, ҡарт инәйебеҙ ДИЛӘ ДАНИС ҡыҙы ЗӘБИХУЛЛИНА 55 йәшлек юбилейын билдәләй. Ике бишле тулған көнөндә беҙ уға ҡоростай таҙалыҡ, ғаилә бәхете, балалар ҡыуанысы, оҙон-оҙаҡ бергә рәхәт тормош кисереүебеҙҙе теләйбеҙ.
Ҡотло булһын, әсәй, юбилейың,
Матур атһын килер таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән балаларыңдың.
Ҡояш йылыһына йыйылғандай,
Һыйынабыҙ, әсәй, яныңа.
Тормош йәмен, матурлығын тойоп,
Йәшә, әсәй, йәшә тағы ла!
Ҡотлау сәләмдәре менән тормош иптәше Альфрид, улы Айнур,
килене Гүзәл, ҡыҙы Айгөл, кейәүе Дмитрий,
ейән-ейәнсәрҙәре Анастасия, Айлина, Камил.