Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
19 Ғинуар 2021, 17:30

Ҡотлайбыҙ!

Ғинуар айының йәмле бер көнөндә Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе яратҡан ҡыҙым, туғаныбыҙ ЛИРА ТИМЕРҒӘЛИ ҡыҙы ҒӘЛИУЛЛИНА күркәм юбилейын билдәләй.

Матур тыуған көн байрамы көнөндә һинән дә бәхетле, мөләйем кеше юҡ был донъяла. Әлегесә алсаҡ, изге күңелле, эшһөйәр, матур һәм уңған булып ҡал. Ғаиләң татыу һәм ныҡ булып, өлгәшкән ҡаҙаныштарың юғары баһа алыуын теләйбеҙ, ә тормош һиңә тик яҡшы мәлдәр генә бүләк итһен.
Йәшә һин мәңгелек гөл булып,
Бәхеткә-шалыҡҡа күмелеп.
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп.
Йортоңа ҡайғылар килмәһен,
Гөрләп торһон һәр саҡ өй түрең.
Шаулап үҫһен сәскә-гөлөң,
Йәмләндереп һинең ғүмерең.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Ҡотлау менән әсәйең, туғандарың һәм уларҙың ғаиләләре.