Уға ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡ теләйбеҙ. Беҙҙең өсөн иң яҡшыһы булып ҡал, киләсәккә өмөттәрең яҡты булып, һәр иртә ҙур ҡыуаныстарҙан башланһын. Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, был юбилейың һиңә изге, яҡты һәм бәхетле көндәр алып килһен. Хеҙмәт яратыуың, оло аҡыл эйәһе булыуың һәм сабырлығың менән һин беҙҙең өсөн үрнәк булып тораһың.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Ихлас ҡотлау теләктәре менән ҡыҙы, улдары, кейәүе, килендәре, ейәндәре, бүләсәрҙәре.