Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
25 Декабрь 2020, 12:00

Ҡотлайбыҙ!

Салйоғот ауылынан ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ САРА КИНЙӘБАЙ ҡыҙы МИНДИӘХМӘТОВАны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, йәшлегең ауыр йылдарға тура килһә лә һәр нәмәгә шөкөр итеп, үҙ көсөң менән донъяңды көттөң, ауырлыҡтарға сабыр иттең. Әле лә гөрләтеп донъя көтәһең, беҙҙе тәмле аштарың, яҡты йөҙөң менән ҡаршы алаһың. Үҙ ғүмереңдә эшләгән эштәрең, ҡылған игелектәрең үҙеңә лә сауап булып ҡайтһын. Ғүмерең бәхетле, бәхетең ғүмерле булып, ошо яҡты донъя-ларҙа нурҙар бөркөп йәшә лә йәшә беҙҙең ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ.
89 йәшкә етеп, әсәй,
Ағинәй ҙә булғанһың.
Инсафлы, иманлы булып
Оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Иң саф теләктәр менән улың Фәнил,
киленең Әлфинур, ейәнең Фәнис,
киленең Зилә, ейәнсәрҙәрең Әлфинә һәм Әлфиә, кейәүҙәрең Фаил һәм Айрат,
бүләләрең Нияз, Айназ, Асҡар,
бүләсәрҙәрең Ынйы, Илиада, Сафия.