Һеҙ йәшәлгән һәр йылығыҙ менән хаҡлы ғорурлана алаһығыҙ. Киләсәктә бәхет-шатлыҡтарға төрөнөп, үҫтергән балаларығыҙҙың, ҡорған донъяғыҙҙың изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
Ниндәй матур оло байрам бөгөн,
Ниндәй иҫтәлекле тантана.
Һеҙҙең шундай оло ҡыуанысығыҙға
Бар туғандар, балаларығыҙ шатлана.
Йылдар арты йылдар өҫтәлһә лә
Һаман күңелегеҙҙе йәшәртһен,
Нурҙар һибеп көләс йөҙөгөҙгә,
Гел шат итеп кенә йәшәтһен.
Гел йылмайып, көлөп кенә йәшәгеҙ әле,
Бер ҡасан да ҡайғы килмәһен.
Йөҙөгөҙҙә һәр саҡ ҡояш нуры
Балҡып торһон, һис тә һүнмәһен.
Йылдар һаны Һеҙҙе еңмәһендәр,
Йәшәү дәрте булһын күңелегеҙҙә.
Сәләмәтлек, уртаҡ ҡыуаныстар
Юлдаш булһын Һеҙгә ғүмергә!
Бәхетле ҡартлыҡ, күңел тыныслығы, именлек, сәләмәтлек, һаулыҡ теләп Һабанаҡ ауылынан туғандарығыҙ Хәбибуллиндар, Салйоғоттан Гәрәевтар ғаиләләре.