Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
18 Декабрь 2020, 13:00

Ҡотлайбыҙ!

Һөләймән ауылында йәшәүсе ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ ЭЛИЗА ДАНИС ҡыҙы ЗАКИРЙӘНОВАны 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ.
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Ҡотлау менән тормош иптәше Илфат, балалары Артур, Элина, килене Эльвира, кейәүе Зәбир, ейәнсәрҙәре Анита, Залина.