Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
18 Декабрь 2020, 15:00

Ҡотлайбыҙ!

Балалар сәнғәт мәктәбенең рәсем уҡытыусыһы, һәләтле рәссам РАФАС ӘКРӘМ улы ХӘЙЕРЗАМАНОВ 14 декабрҙә 65 йәшлек юбилейын билдәләне.

Хөрмәтле Рафас Әкрәм улы! Район мәҙәниәт бүлеге һәм Балалар сәнғәт мәктәбе коллективтары Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлай. Бар ғүмерегеҙҙе Һеҙ районыбыҙ үҫеше өсөн маҡтаулы хеҙмәткә бағышланығыҙ. Күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт Һеҙгә! Киләсәктә ярат-ҡан һәм ғәзиз кешеләрегеҙ эргәһендә бәхетле оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Ҡыҙыҡлы идеяларығыҙ тормошҡа ашһын, уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн күп көс һәм дәрт теләйбеҙ. Бар күңелегеҙҙе һалып баш-ҡарған эшегеҙ бары тик шатлыҡ-ҡыуаныс ҡына килтерһен, яңы ҡаҙаныштарға ирешергә яҙһын!