Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
18 Декабрь 2020, 16:00

Ҡотлайбыҙ!

Октябрьск ауылынан ҡәҙерле ҡатыным, һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ ЗОЯ АЛЕКСАНДРОВНА ФИЛИМОНОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Иң ҡәҙерле ғәзиз кешебеҙ, һәр ваҡыт сәләмәт, бәхетле, һөйөклө, шат булып ҡал. Бәлә-ҡаза һине урап үтһен, ә тормош тик бәхетле һәм ҡыуаныслы мәлдәр бүләк итһен. Беҙҙең өсөн ҡылған бар яҡшылыҡтарың өсөн сикһеҙ рәхмәт һиңә. Беҙ һине бик яратабыҙ.
Рәхмәт, әсәй, ҡояш булғаныңа,
Үҫтерҙең һин беҙҙе яратып.
Йәшәйһең матур донъябыҙға бары
Изге, яҡты нурҙар таратып.
Һәм йәшә лә әле киләсәктә,
Беҙ һиңә мохтажбыҙ һаман да.
Яндарыбыҙҙа бул һин гелән,
Утың һүнмәһен усағыңда!
Ҡотлау менән тормош иптәшең, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейәнсәрҙәрең.