Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
15 Декабрь 2020, 18:05

Ҡотлайбыҙ!

Теләш ауылында ғүмер кисереүсе ҡәҙерле һәм яратҡан кешебеҙ – улым, тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайым ИЛШАТ ӘЛПЕ улы ӘФРИЗУНОВты 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, һөйөклөбөҙ!
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән әсәһе, ҡатыны, ҡыҙҙары Гүзәл, Ильнара, Эльвира, улы Илнур, кейәүе Рөстәм,
ейәне Искәндәр.