Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
11 Декабрь 2020, 18:05

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотош ауылында йәшәүсе хөрмәтле коллегаларыбыҙ, педагогик хеҙмәт ветерандары СӘРИӘ СӘБИҒИӘР ҡыҙы һәм ЗАҺИР ЗАРИФ улы ФӘТИХОВТАРҙы 60 йәшлек оло юбилейҙары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, бәхеткә-шатлыҡҡа күмелеп оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен, үҫтергән улдары Сәлих менән Зәбирҙең, ҡыҙҙары Фәйләнең шатлыҡтарына, уңыштарына һөйөнөп, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелектәрен күреп, иңгә-иң терәшеп ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.
Ғүмерҙәрҙе йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер
Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә!
Ҡотлау менән В. Әхмәҙуллин исемендәге
Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе уҡытыусылар
коллективы, профкомы, етәкселеге.