Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
11 Декабрь 2020, 19:00

Ҡотлайбыҙ!

Абдулла ауылынан ҡәҙерле тормош иптәшем, атай-олатайыбыҙ РИНАТ НУРҒӘЛИ улы ХӘМИҘУЛЛИНды ысын күңелдән 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, артабан да ғаиләбеҙҙең ышаныслы терәге, шат һәм шәп кеше булып ҡалыуыңды, эшеңдә уңыштар, күтәренке кәйеф теләйбеҙ. Сәләмәт, бәхетле бул, беҙҙең һөйөүебеҙҙе һәм иғтибарыбыҙҙы тойоп йәшә.
Тыуған көнөң байрам иткән мәлдә
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә яҡты көндәр,
Көлөп йәшә ерҙә яҙ һымаҡ.
Күрмә бер ҙә бәлә-ҡаза,
Һаулыҡ, бәхет булһын йәнәшә.
Хоҙай оҙон ғүмер насип итһен,
Рәхәтләнеп әйҙә йөҙ йәшә!
Изге теләктәр менән ҡатыны, улдары, ҡыҙы, ейәндәре.