Хөрмәтле Марина Геннадьевна! Бар ғүмерегеҙҙе ябай булмаған изге хеҙмәткә бағышланығыҙ. Был иҫтәлекле көндә Һеҙгә хас булған рух ныҡлығының, илһам һәм дәрттең артабан да Һеҙҙе ташламауын, һәләтегеҙҙең уңыштарға килтереүен, ижадығыҙҙың сәскә атыуын, эргәгеҙҙә һәр ваҡыт тоғро дуҫтар, аңлаған һәм фекерҙәш коллегалар, яратҡан һәм ғәзиз кешеләрегеҙҙең булыуын теләйбеҙ. Бәхет, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге насип булһын!