Әсәкәйем – ниндәй ябай, шул уҡ ваҡытта ҙур көскә эйә булған һүҙ. Уны әйткән саҡта күңелгә йылы йүгерә. Донъялағы иң матур һәм яратҡан, берҙән-бер һәм ҡәҙерле кеше. Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән, матур тормошҡа юл асҡан, ризыҡ, белем бирә, бәлә-ҡазаларҙан аралай.
Һәр кеше үҙ күңелендә яҡлаусы һәм һаҡлаусы, йылы һәм наҙлы һүҙҙәр менән яратыусы, яратҡан әсәһенең мәңге ҡабатланмаҫ ҡиәфәтен йөрөтә.
Изге байрам – Әсәйҙәр көнө яҡынлаша. Рәсәйҙә был көндө ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләйҙәр, быйыл ул 29 ноябргә тура килә.
Байрам айҡанлы концерттар, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаһында байрам саралары, социаль акциялар, флешмоб уҙа, миҙал һәм ордендар тапшырыла.
Яратҡан әсәйҙәр һөйөү һәм иғтибарға лайыҡ.
“Мәсетле тормошо” гәзите уҡыусылары ҡәҙерле кешеләрен байрам менән гәзит биттәре аша ҡотлай.