Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
29 Ноябрь 2020, 17:00

Ҡотлайбыҙ!

Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле һәм һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйем ФӘРИҘӘ ФИДИЙӘТ ҡыҙы ШӘРИФУЛЛИНАны Әсәйҙәр көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Әсәй – ул беҙҙе һаҡлаусы һәм ҡурсалаусы фәрештә, беҙҙең күҙ нурыбыҙ һәм ғәзизебеҙ. Сикһеҙ наҙың, йөрәк йылың, хәстәрлегең һәм һөйөүең өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ һиңә, беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ. Һиңә күңел тыныслығы, уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек һәм бәхет теләйбеҙ. Күҙҙәрең йәштәрҙән бер ҡасан да сыланмаһын. Балаларың өсөн ғорурлыҡ ҡына тойоп йәшәргә яҙһын һиңә, ҡәҙерлебеҙ.
Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркөлә йөҙөңдән.
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә!
Ҡыҙы Эмилия, улы Фидәнис, килене Әлфинур, ейәне Тимур, ҡыҙы Фидәлиә, кейәүе Денис.