Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
29 Ноябрь 2020, 16:00

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ ЗӨБӘЙҘӘ ҒАРИФУЛЛА ҡыҙы ХӨСНУЛЛИНАны ысын күңелдән 65 йәшлек юбилейы һәм Әсәйҙәр көнө менән ҡотлайбыҙ.

Уға ысын күңелдән ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙгә ғүмер биргәнең, күңел йылың һәм сикһеҙ һөйөүең өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һиңә, ҡәҙерлебеҙ. Күңелең һәр ваҡыт тыныс булһын, ҡайғы-хәсрәт өйөңдө ситләп үтһен. Иң мөһиме – сирләмә, бойоҡма.
Әсәй, һинең изгелекте
Күңел түрендә һаҡлайбыҙ.
Бөгөн – Әсәйҙәр көнө
Байрам менән ҡотлайбыҙ.
Төн йоҡоңдо ҡалдырып,
Тәрбиәләп үҫтерҙең.
Тормош юлын үтер өсөн
Ҡаҡшамаҫлыҡ көс бирҙең!
Ҡотлау менән ҡыҙың Ирина, улдарың Илдар,
Илдус, килендәрең Лариса, Настя, кейәүең Саша,
ейәнең Владик һәм дә 6 ейәнең.