Әсәй, һин – тәрән аҡыл, матурлыҡ һәм изгелек өлгөһө. Беҙҙең өсөн яҡшы әхирәт тә, кәңәшсе лә, ярҙамсы ла. Һиңә сәләмәтлегеңдең ныҡлы, кәйефеңдең һәр ваҡыт күтәренке, тыныс булыуын теләйбеҙ. Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә! Беҙ һине бик яратабыҙ!
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Ҡыҙҙарың.