Бына бөгөн һинең тыуған көнөң,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә яҡты көндәр,
Көлөп йәшә ерҙә яҙ һымаҡ.
Әсәкәйем, һиңә теләйбеҙ беҙ
Һаулыҡтың да бары ныҡлыһын,
Атай менән оҙон-оҙаҡ һәм бәхетле
Бергә ғүмер итеү шатлығын!
Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле һәм һөйөклө әсәйебеҙ, хеҙмәт ветераны ЗИЛӘ КИМ ҡыҙы ӘХМӘТОВАны юбилейлы тыуған көнө һәм дә Әсәйҙәр көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Беҙҙең әсәй ул шундай кеше: эшкә уңған, аҡыллы, йыйнаҡ, бөхтәлекте ярата, бар нәмәһе үҙ урынында, беҙҙе лә, ике ҡыҙын, шулай тәрбиәләне. Әсәйебеҙ – атайға тоғро ҡатын, терәк. Туғандар өсөн, иң оло бала булараҡ, кәңәшсе лә, ярҙамсы ла була белде. Беҙҙең Әсәй шундай кеше – тик маҡтауға ғына лайыҡ ул. Рәхмәт һиңә, әсәкәйебеҙ, беҙ һинең менән бик тә бәхетле!
Тормош иптәшең Барис, ҡыҙҙарың Рәфилә, Рәмзиә, кейәүҙәрең Айҙар, Илдус,
ейән-ейәнсәрҙәрең Әҙилә, Нурислам, Динислам, Амалия.